Инйәр
+13 °С
Облачно
Новости
15 Ноября 2022, 10:00

Волейболсылар – өсөнсө!

Шишмә районында “Мәктәп волейбол лигаһы” сиктәрендә мәктәп уҡыусыларының төбәк-ара волейбол турниры үтте.

Волейболсылар – өсөнсө!Волейболсылар – өсөнсө!
Волейболсылар – өсөнсө!

Шишмә районында “Мәктәп волейбол лигаһы” сиктәрендә мәктәп уҡыусыларының төбәк-ара волейбол турниры үтте.Унда 1-се Архангел мәктәбе волейболсылары ҡатнашты. Бәйге Башҡортостанда Волейболды үҫтереү һәм пропагандалау йәһәтенән “Спорт – йәшәү нигеҙе” федераль проектына ярашлы үтте.

Тренер Илдар Ҡунаҡбаев етәкселегендәге үҫмерҙәр йыйылма командаһы уңышлы сығыш яһап, дөйөм турнир таблицаһында өсөнсө урынға күтәрелде. Яҡташтарыбыҙ Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар һәм махсус сертификат менән бүләкләнде.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас