

Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге залында уҡтан атыу буйынса район беренселеге уҙҙы.
Ир-егеттәр 10 һәм 16 метр, ә ҡатын-ҡыҙҙар 5 һәм 10 метр алыҫлыҡта сәпкә атыу буйынса ярышты. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса ир-егеттәрҙән Ринат Мәзитов (Максим Горький) – “алтын”, Мөслим Алтынов менән Илдар Ҡунаҡбаев – “көмөш” һәм Марат Фазылов “бронза” миҙал яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Регина Алтыноваға тиңдәр табылманы. Икенсегә – Айгөл Ҡунаҡбаева, өсөнсөгә Фәрзәнә Хәсәнова дәғүә итте. Улар барыһы ла Архангелдән.
Еңеүселәр һәм призерҙар райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитетының Маҡтау ҡағыҙҙарына һәм миҙалдарына лайыҡ булды.