Инйәр
+12 °С
Облачно
Новости
15 Ноября 2022, 10:05

“Студенттарҙың арктик уйындары”

Ошо көндәрҙә Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалында “Студенттарҙың арктик уйындары” сиктәрендә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” нормативтарын тапшырыу буйынса фестиваль үтте.

“Студенттарҙың арктик уйындары”“Студенттарҙың арктик уйындары”
“Студенттарҙың арктик уйындары”

Ошо көндәрҙә Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалында “Студенттарҙың арктик уйындары” сиктәрендә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” нормативтарын тапшырыу буйынса фестиваль үтте. Йәштәр “ГТО” комплексының 60 метрға, өс километрға йүгереү, урындан һикереү кеүек һәм башҡа физик күнекмәләрҙе башҡарҙы.

Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса, студенттар араһында иң яҡшы күрһәткестәргә Денис Барсуков (йүгереү – 7,3 секунд), Олег Клоков (урындан һикереү – 240 см), Илназ Басыров (турникта күтәрелеү – 18 тапҡыр), Яна Асылбаева (кәүҙәне күтәреү – 45 тапҡыр), Диана Вәлиева менән Андрей Хажиев (гимнастик эскәмйәлә эйелеү – 16 һәм 19 см) лайыҡ булды.

Алевтина Тиунова,

райондың йәштәр эше буйынса, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас