Инйәр
+19 °С
Облачно
Новости
15 Ноября 2022, 09:53

Ике “алтын”, берәр “көмөш” һәм “бронза”

Ошо көндәрҙә Ғафури районы Сәйетбаба ауылында шахмат буйынса район-ара турнир үтте.

Ике “алтын”, берәр “көмөш” һәм “бронза”Ике “алтын”, берәр “көмөш” һәм “бронза”
Ике “алтын”, берәр “көмөш” һәм “бронза”

Ошо көндәрҙә Ғафури районы Сәйетбаба ауылында шахмат буйынса район-ара турнир үтте. Ярышта үҙҙәренең һәләттәрен райондаштарыбыҙ ҙа һынап ҡараны. Бәйгелә бишәр уйынсынан торған йыйылма командалар үҙ-ара көс һынашты. Спорт сараһында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, ярыш ҡағиҙәләре менән таныштырғандан һуң, ҡыҙыу уйындар башланды.

Йыйылма командаларҙың сәмле уйындарынан һуң, шәхси беренселектә еңеүселәр асыҡланды. Беренсе таҡтала Альберт Рәхимов – “бронза”, өсөнсө таҡтала Йәғәфәр Рәхимов – “алтын”, дүртенсе таҡтала Юлай Мәзитов – “көмөш”, бишенсе таҡтала Азамат Рәхимов “алтын” миҙал яуланы.

Мәрәйҙәр буйынса йыйылма командалар араһында имәндәштәр – беренсе, ҡауарҙылар – икенсе, архангелдәр өсөнсө урынға сыҡты.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас