Инйәр
+15 °С
Облачно
Новости
15 Ноября 2022, 10:12

Иҫтәлеккә турнир

Күптән түгел 1-се Архангел мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы Л.В.Губачев иҫтәлегенә арналған волейбол турнирының асыу тантанаһы уҙҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иҫтәлеккә турнирИҫтәлеккә турнир
Иҫтәлеккә турнир

Күптән түгел 1-се Архангел мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы Л.В.Губачев иҫтәлегенә арналған волейбол турнирының асыу тантанаһы уҙҙы. Бәйгелә дүрт ир-егеттәрҙән – дүрт һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған биш йыйылма команда үҙ-ара көс һынашты. Ярышта ҡатнашыусыларҙы райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе А.В.Тиунова, мәктәп директоры Т.З.Рыжикова һәм Леонид Викторовичтың ҡыҙы Т.Л.Сарычева сәләмләгәндән һуң, уйындар башланды.

Дөйөм һөҙөмтәләрҙән һуң ир-егеттәр араһында абҙандар – беренсе, арх-латыштар – икенсе һәм архангелдәр өсөнсө урынға сыҡты. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан иһә инйәрҙәр – “алтын”, архангелдәр – “көмөш” һәм абҙандар “бронза” миҙал яуланы. Шулай уҡ турнирҙа “Иң яҡшы һөжүмсе” (Илнур Үзбәков менән Галина Елисеева), “Иң йәш уйынсы” (Егор Малышев менән Милена Матвеева), “Иң яҡшы һаҡсы” (Илнур Әлибаев менән Карина Ғатауллина), “Иң яҡшы бәйләүсе” (Хвича Хведелидзе), “Иң яҡшы блок ҡуйыусы” (Владислав Соснин менән Регина Килмөхәмәтова), “Турнир ветераны” (Александр Бажанов менән Наталья Чирко), “Иң файҙалы уйынсы” (Илгиз Вәлиев менән Ульяна Сапронова) билдәләнде.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас