Инйәр
+17 °С
Облачно
Новости
15 Ноября 2022, 10:14

“АрхГаф” шахматсыларҙы йыйҙы

“Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубында Архангел һәм Ғафури райондары араһында “АрхГаф” тип исемләнгән шахмат турниры ойошторолдо.

“АрхГаф” шахматсыларҙы йыйҙы“АрхГаф” шахматсыларҙы йыйҙы
“АрхГаф” шахматсыларҙы йыйҙы

“Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубында Архангел һәм Ғафури райондары араһында “АрхГаф” тип исемләнгән шахмат турниры ойошторолдо. Спорт сараһында 10, 14 һәм 17 йәшкә тиклемге  30-ҙан ашыу йәш спортсы ҡатнашты.

Ярышта үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар ете тур дауамында швейцар системаһы буйынса еңеүселәрҙе асыҡланы. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса архангелдәрҙән үҙ йәштәгеләр араһында Сафина Камила, Чудова Рәлиә, Сысоев Илья – “алтын”, Ғафаров Алмаз, Исхаҡов Артур, Фәттәхов Таһир – “көмөш”, Морозов Петр, Сысоева Диана, Мәзитов Руслан, Шаһиморатова Арина “бронза” миҙал яуланы.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас