

Күптән түгел “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә “Мәктәп волейбол лигаһы” сиктәрендә 7-8-се класс уҡыусылары араһында волейбол турниры уҙҙы. Ярышта 1-се, 2-се Архангел, Благовещенка һәм Максим Горький ауылы мәктәптәренән ҡыҙҙар йыйылма командалар үҙ-ара көс һынашты.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса благовещенкалар – “алтын”, 2-се Архангел – “көмөш” һәм 1-се Архангел волейболсылары “бронза” миҙал яуланы. Еңеүселәр иһә тиҙҙән Шишмә районында үтәсәк төбәк-ара ярышта райондың данын яҡлаясаҡ.