Инйәр
+15 °С
Ясно
Новости
18 Октября 2022, 04:53

Абҙанда - "Алтын тирмә"

Интеллектуль уйын үтте

Абҙанда - "Алтын тирмә"Абҙанда - "Алтын тирмә"
Абҙанда - "Алтын тирмә"

Абҙан ауыл мәҙәниәт йортонда Республика көнөнә арналған “Алтын тирмә” интеллектуаль уйыны үткәрелде. Милли-мәҙәни традицияларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү һәм халыҡ араһында пропагандалау, йәмғиәттә һәм ғаиләлә берҙәмлекте нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуйған уйында “Тыныслыҡ” һәм “Татыулыҡ” командалары ҡатнашты.

Командалар был сараға бик яуаплы әҙерләнгән булып сыҡты, ярыш бик йәнле, мауыҡтырғыс барҙы. Командалар “Кем сосораҡ?”, “Кем беренсе?”, “Уйла! Эҙлә! Тап!” турҙарында көс һынашты. 1-се, 2-се турҙа һорау-һынауҙар үҙебеҙҙең республика, район тарихы, халҡыбыҙҙың йолалары, аш-һыуы, мәҙәниәте, теле, рухиәте менән бәйле булды. 3-сө турҙа самауыр экспонаты тәҡдим ителде һәм нимә өсөн ҡулланылғаны тураһында бик бай мәғлүмәт еткерелде.

“Алтын тирмә” уйыны ике команданың йырлы-моңло тамашаһы менән аралашып барҙы, уларҙың сығыштары барыһын да хайран ҡалдырҙы. Күңелдәрҙе дәртләндергән һәм рухландырған, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә, тарихына, арҙаҡлы шәхестәренә, ғәзиз телебеҙгә һөйөү тәрбиәләгән сара барыһына ла фәһемле лә, фаәҙалы ла үтте.

Фаягөл Кинйәғолова,

Абҙан ауылы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас