Инйәр
+15 °С
Облачно
Новости
17 Октября 2022, 11:18

Кем мәргәнерәк?

Республика көнө айҡанлы дартс буйынса ла ярыш уҙҙы.

Кем мәргәнерәк?Кем мәргәнерәк?
Кем мәргәнерәк?

Республика көнө айҡанлы дартс буйынса ла ярыш уҙҙы. Мәргәнлек талап иткән ошо спорт төрөндә З.З.Ҡанбәҡов исемендәге шахмат клубында шөғөлләнеүсе үҫмерҙәр ҡатнашты.

Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса ҡыҙҙарҙан иң күп мәрәйҙе Сысоева Диана йыйып, алдынғылыҡты ҡулынан ысҡындырманы, егеттәрҙән Фәттәхов Таһир – “алтын”, Ғафаров Алмаз – “көмөш” һәм Ступницкий Даниил “бронза” миҙал яуланы. Еңеүселәр һәм призерҙар Маҡтау ҡағыҙҙары һәм “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының бүләктәре менән бүләкләнде.

Татьяна Пискунова,

“Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубы директоры.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас