Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Октябрь 2022, 09:51

Илебеҙҙең именлеге өсөн һәләк булды

Ошо көндәрҙә Украинала хәрби операцияла һәләк булған яҡташыбыҙ Әдис Шаһивәлиевты һуңғы юлға оҙаттыҡ.

Илебеҙҙең именлеге өсөн һәләк булды
Илебеҙҙең именлеге өсөн һәләк булды

Ошо көндәрҙә Украинала хәрби операцияла һәләк булған яҡташыбыҙ Әдис Шаһивәлиевты һуңғы юлға оҙаттыҡ. Матәм сараһында БР Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев, район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин, мәрхүмдең туғандары, яҡындары һәм дуҫтары ҡатнашты.

Искәндәр Рәүф улы  батырҙың ғаиләһе, туғандары, ҡатыны Альбина менән осрашып, ауыр ҡайғыларын уртаҡлашты.

– Хөрмәтле Архангел районы халҡы! Бөгөн Архангел ерендә Башҡортостандың лайыҡлы улын – Әдис Фәрүәз улын һуңғы юлға оҙатабыҙ. Ҡаһарман яҡташыбыҙ, тыуған еребеҙҙең лайыҡлы улы Ватаныбыҙҙы яҡлап, үҙенең хәрби бурысын һуңғы һулышҡаса үтәгән ир-уҙамандың батырлығы һәм уның ғаиләһе алдында оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ. Батырыбыҙ тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Әдис Шаһивәлиевтың ҡатыны, өс балаһы ҡалды. Хәҙер бөтәбеҙгә лә уларҙы  хәстәр һәм иғтибар менән уратып алырға кәрәк. Уның тураһында иҫтәлекте һаҡлау, ғаиләһенә ярҙам итеү өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкбеҙ. Тыныс йоҡла, һалдат! Ауыр тупрағың еңел булһын!- тине үҙ телмәрендә Искәндәр Әхмәтвәлиев.

Яҡындарының ҡайғыһын район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин, Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондары буйынса хәрби комиссарҙың ярҙамсыһы Рөстәм Вәлитов, дуҫтары һәм яҡындары исеменән Айбулат Асҡаров уртаҡлашты. Митингыла яугирҙың хәрби бурысын намыҫ менән үтәүен, үтә ихлас, ярҙамсыл булыуы билдәләнде. Командирҙары, хеҙмәттәштәре һәм һалдаттар араһында абруйы ҙур булған. Эште еренә еткереп үтәне, етди, һүҙендә тора белеүсе ысын ир ине, тигән һүҙҙәр яңғыраны яугир хаҡында.

Әдис Шаһивәлиев (1982 йылғы) Салауат районында тыуып үҫә. Мәктәпте тамамлағас хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 2007-2010 йылдарҙа Ханкалала контракт нигеҙе буйынса хеҙмәтен дауам итә. Чечен республикаһында контртеррористик операцияларҙа ҡатнаша. Артабан уның тормош юлы Айытмәмбәт ауылында үтә. Үҙенең хәләл ефетен осратып, өс бала тәрбиәләй. 2018 йылда ул Ырымбур өлкәһенең Тоцк гарнизонында хәрби хеҙмәтен контракт буйынса дауам итә. 2022 йылда бер нисә тапҡыр махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Рәсәйҙең Оборона министрлығының төрлө наградаларына лайыҡ була.

Ҡыҙғанысҡа күрә, 20 сентябрь, Украинала хәрби операция барышында ир-егеттең ғүмере өҙөлә. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән, үлгәндән һуң, Шайморатов ордены менән бүләкләнә. Батырҙың ғаиләһенә орденды Искәндәр Әхмәтвәлиев тапшырҙы.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: