Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Октябрь 2022, 11:09

Һәр саҡ әҙербеҙ!

Тейешле күнекмәләрҙе уңышлы тапшырғандан һуң, спортсыларға “алтын”, “көмөш”, йәки “бронза” билдәләр менән махсус танытма тапшырыла.

Һәр саҡ әҙербеҙ!
Һәр саҡ әҙербеҙ!

“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” комплексы бөтә ил өсөн физик тәрбиә системаһының норматив нигеҙенә әүерелде. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына ярашлы, районда урындағы халыҡтан ГТО нормаларын даими рәүештә ҡабул итәләр.

Тейешле күнекмәләрҙе уңышлы тапшырғандан һуң, спортсыларға “алтын”, “көмөш”, йәки “бронза” билдәләр менән махсус танытма тапшырыла. Күптән түгел Арх-Латыш ауылы биләмәһендә бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Унда ауыл хакимиәте, “Шәфҡәтлелек” ҡарттар йорто һәм медицина хеҙмәткәрҙәре ошо билдәләр алып ҡыуанды.

Алевтина Тиунова,

райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: