Инйәр
+15 °С
Облачно
Новости
29 Сентября 2022, 09:56

Ҡыҙыл Еҙемдә –“Көҙгө футбол”

В с. Красный Зилим прошли соревнования по футболу "Осенний футбол", памяти Героя Советского Союза Антипина Ивана Алексеевича.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыҙыл Еҙемдә –“Көҙгө футбол”Ҡыҙыл Еҙемдә –“Көҙгө футбол”
Ҡыҙыл Еҙемдә –“Көҙгө футбол”

Үткән ял көндәре Ҡыҙыл Еҙем ауылында Советтар Союзы Геройы И.А.Антипин иҫтәлегенә арналған футбол ярышы уҙҙы.

Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Алевтина Тиунова, ауыл биләмәһе башлығы В.А.Антипин сәләмләгәндән һуң, майҙансыҡта уйындар башланды.

Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса Архангел ауыл биләмәһе йыйылма командаһы уңышлы сығыш яһап, еңеү яуланы, ә майҙан хужалары икенсе урынға лайыҡ булды. Шулай уҡ Олег Усков – “Иң яҡшы ҡапҡасы”, Данила Хведелидзе – “Иң күп гол индереүсе”, Дмитрий Кисляков – “Иң яҡшы һөжүмсе”, Владимир Пискунов – “Иң оло футболсы” һәм Максим Пьянов “Иң яҡшы уйынсы” номинацияһында билдәләнде.

Еңеүселәргә һәм призерҙарға Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар,  кубоктар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас