Инйәр
+4 °С
Облачно
Новости
29 Сентября 2022, 09:52

Фәһемле сәйәхәт

Учащиеся средней школы д.Тереклы совершили экскурсию в город Уфа

Добавить в предпочтительные источники Google
Фәһемле сәйәхәтФәһемле сәйәхәт
Фәһемле сәйәхәт

Ошо көндәрҙә Тирәкле ауылы мәктәбе уҡыусылары (етәксеһе Г.Ф.Фәйрүзова) Өфө ҡалаһына сәйәхәт ҡылды.

Маршрут юлы “Интеллектус” мауыҡтырғыс фәндәр музейында башланды. Балалар кинематографтың эшмәкәрлеге, Никола Тесланың ялағайы, тауыштың тиҙлеген асыҡлау, ракета осороу, һыуыҡ һыуҙың “ҡайнауы” серҙәре менән танышты. Бер рәттән йәш “фән”селәребеҙ  тауышты “күреү”, һабын ҡыуығы эсендә булыу, бер бармаҡ менән ауыр герҙе күтәреү, үҙ ҡулдарың менән осоусы аппарат эшләү, Айҙың кире яғын күҙәтеү, спирограф, гормонограф, пантограф менән төшөрөү кеүек оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты. Әйткәндәй, кескәйҙәр белемдәрен мәктәп бинаһында түгел, ә фәнни лабораторияла – мауыҡтырғыс фәндәр музейында камиллаштырҙы. Физика йүнәлеше буйынса алынған мәғлүмәтте балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңлап, һуңынан махсус тәжрибәләрҙә әүҙем ҡатнашты.

Киләһе “туҡталыш” Өфө планетариеһында булды. Бер сәғәт дауамында сәйәхәт итеүселәр космостың киңлегенә һәм матурлығына һоҡланды. Үҙенсәлекле көй, йыһан күренешенең компьютерлы графикаһы, биҙәкле слайдтар, Айҙың панорамаһы Йыһандың үҙендә булған кеүек тойолдо.

Бөтә сараларҙы ла балалар “Пушкин картаһы” тарафынан ҡараны. Сәйәхәт барыһы өсөн дә файҙалы һәм фәһемле булды, шуға ла  улар Өфөнән ҡәнәғәт ҡайтты.

Фәрзәнә Хәсәнова,

“Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге директоры.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас