Инйәр
+6 °С
Ясно
Новости
19 Сентября 2022, 11:39

“Аҡ ладья” дуҫтарын йыйҙы

Бәйгелә райондың 6-67 йәшкә тиклемге шахматсылары үҙ-ара көс һынашты.

“Аҡ ладья” дуҫтарын йыйҙы“Аҡ ладья” дуҫтарын йыйҙы
“Аҡ ладья” дуҫтарын йыйҙы

Ошо көндәрҙә “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубында “Аҡ ладья” тип исемләнгән шахмат турниры уҙҙы. Бәйгелә райондың 6-67 йәшкә тиклемге шахматсылары үҙ-ара көс һынашты.

Ярыш 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр, 18 йәштән олораҡ ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында ойошторолдо. Турнирҙың ҡағиҙәләре менән танышҡандан һуң, швейцар системаһы буйынса 5-шәр минутлыҡ уйындар үтте.

Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙән Мочалов Глеб (Архангел) – беренсе, Юнысов Ғәйсар (Архангел) – икенсе, Мәзитов Руслан (Баҡалды) өсөнсө урынға лайыҡ булды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Сафина Камилаға тиңдәр табылманы. Сафина Самира – 2-се, Мәзитова Разалия 3-сө урынға сыҡты. Улар барыһы ла Архангелдән. Ир-егеттәрҙән Айҙар Мөхәмәтйәнов (Архангел) – “алтын”, Йәғәфәр Рәхимов (Муллаҡай) – “көмөш”, Азамат Рәхимов (Архангел) “бронза” миҙал яуланы. Шулай уҡ “Еңеүгә өмөт” номинацияһында Сафина Самира (6 йәш) менән Фазлетдинов Искәндәр ( 7 йәш) билдәләнде.

Еңеүселәр һәм призерҙар райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитетының Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар һәм шәхси эшҡыуар Радик Исхаҡовтың (“Компас” магазины) махсус приздары менән бүләкләнде.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас