Инйәр
-4 °С
Ясно
Новости
15 Сентября 2022, 06:17

Шаулап үҫһен “йәшел ҡалҡан”

День работников леса отмечается в третье воскресенье сентября и выпадает на 18 сентября

Добавить в предпочтительные источники Google
Шаулап үҫһен “йәшел ҡалҡан”Шаулап үҫһен “йәшел ҡалҡан”
Шаулап үҫһен “йәшел ҡалҡан”

 Башҡортостан Республикаһының “Урмансылыҡ менән идара итеү” Дәүләт автоном учреждениеһының Архангел урмансылығы Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарын хеҙмәтләндерә.Урмансылыҡ төнъяҡтан көнъяҡҡа – 70 километр, көнсығыштан көнбайышҡа 50 километр арауыҡты үҙ иңенә ала. Архангел, Баҫыу, Боҙаяҙ, Көрт, Ҡамышлы, Ләмәз, Эҫем һәм Өршәк урмансылығының дөйөм майҙаны 207829 гектар тәшкил итә. 

– Төп эшебеҙ – урман байлығын һаҡлау, үрсетеү, тергеҙеү, файҙаланыу, янғындан ҡурсалау, рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙан тыйыу. Беҙҙең коллективта 32 кеше эшләй. Халыҡҡа диләнкә бирелә икән, улар ағасты ҡырҡҡандан һуң уны таҙартырға бурыслы. Быны контролдә тотоу беҙгә йөкмәтелгән. Бынан тыш, урманды һаҡларға, уны ҡурсаларға кәрәклеген халыҡ онотмаһын өсөн кешеләргә һәр ваҡыт мәғлүмәт, аңлатмалар биреп барабыҙ. Шулай уҡ йыл һайын махсус бүленгән урындарҙа ағас ултыртыла. Ҡыҫҡаһы, мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ.

Урман янғыны айырым иғтибар үҙәгендә тотола. Беҙҙең эштә иң ҡурҡынысы, әлбиттә, урман янғыны. Бәләне булдырмаҫ өсөн янғын хәүефһеҙлеге буйынса профилактик саралар үткәрелә. Мәҫәлән, минералләштерелгән һыҙаттар һалып сығабыҙ, плакаттар ҡуйыла, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында халыҡ менән әңгәмәләр алып барыла һәм башҡалар эшләнә,- тип белдерҙе ойошма етәксеһе Леонид Семенчук. – Ғаяз Вәхитов, Урал Морсалов, Вәсим Монасипов, Наил Заһитов, Александр Яковлев, Ираида Зайцева, Владимир Киселев, Валерий Баранов кеүек хеҙмәт ветерандары Рәсәй, республика кимәлендәге юғары наградаларға эйә. – Форсаттан файҙаланып, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын Урман хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ихлас ҡотлайым. Байрам айҡанлы барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, ил-йорт именлеге, еңел булмаған эштәрендә уңыштар, һаулыҡ һәм ғаилә бәхете теләйем.

Бына шундай урман, тыуған ер тип янғандар иңенә йәшел ҡалҡаныбыҙ ышанып тапшырылған да инде. Урман һағында торған Архангел урмансылығы ауыр һәм яуаплы эшендә тик уңыштар юлдаш булһын.

Быйыл Урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Урман хужалығы федераль агенствоһының Рәхмәт хатына Өфө район-ара территориаль бүлегенең урман һәм янғын күҙәтеү бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты Ильяс Фазлутдинов, БР Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙына Архангел урмансылығының участка лесничийы Николай Семенчук, БР Профсоюздар ойошмаһының Маҡтау ҡағыҙына Архангел урмансылығының урман хужалығы инженеры Гөлфиә Фазлутдинова, район хакимиәтенең Рәхмәт хатына тракторсы Әхәт Хәйретдинов, район Советының Маҡтау ҡағыҙына водитель Марс Шаһиев лайыҡ булды.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас