Инйәр
+13 °С
Облачно
Новости
15 Сентября 2022, 06:23

Ойошҡанлы үтте

Во 2 школе с.Архангельское "вспыхнул" пожар...

Ойошҡанлы үттеОйошҡанлы үтте
Ойошҡанлы үтте

Ошо көндәрҙә 2-се Архангел мәктәбендә янғын хәүефһеҙлеге айлығы сиктәрендә янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәү һәм ут сыҡҡан осраҡта кешеләрҙе эвакуациялау буйынса практик әҙерлек тикшерелде.

Күнекмә барышында белем усағында булған уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы һәм техник персоналды эвакуациялау ойошторолдо. Шартлы рәүештә ашханала “ут” сыҡҡан тигән хәбәр килә. 63-сө янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре тейешле ваҡытта килеп, “ҡыҙыл әтәс”те тиҙарала юҡ итә. Сара барышында объектты һаҡлау һәм янғын сыҡҡан осраҡта һыу менән тәьмин итеү эшмәкәрлеге баһаланды.

63-сө янғын һүндереү часының начальник вазифаһын башҡарыусы Таһир Фазылов белдереүенсә, күнекмәлә махсус хеҙмәттәр һәм мәктәп коллективы үҙ бурыстарын “бишле” билдәһенә үткәреп сыға.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас