Инйәр
+15 °С
Облачно
Новости
7 Сентября 2022, 07:02

“Трактор” операцияһы – тәртип һәм хәүефһеҙлек өсөн

Районда 1 сентябрҙән “Трактор” операцияһы башланды

Добавить в предпочтительные источники Google
“Трактор” операцияһы – тәртип һәм хәүефһеҙлек өсөн“Трактор” операцияһы – тәртип һәм хәүефһеҙлек өсөн
“Трактор” операцияһы – тәртип һәм хәүефһеҙлек өсөн

Районда 1 сентябрҙән “Трактор” операцияһы башланды. Үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын файҙаланыуҙа ҡағиҙә боҙоуҙарҙы иҫкәртеү айлығы 30 сентябргә тиклем дауам итә.

Тикшереү барышында машиналарҙың төҙөк хәлдә булыуына, номер билдәләренең теркәлгән мәғлүмәткә тап килеүенә, шулай уҡ водителдәргә махсус техника йөрөтөүгә рөхсәт биреү тәртибенә төп иғтибар бүленәсәк. Үҙйөрөшлө машиналарҙы ғына түгел, уларҙың тағылмаларын хәүефһеҙ файҙаланыуға ла етди иғтибар биреләсәк.

БР Хөкүмәтенең бойороғона ярашлы “Трактор” операцияһы барышында үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы һәм Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойоштороласаҡ.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас