

Ошо көндәрҙә умартасылар йыйылышы ойошторолдо. Сара район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин етәкселегендә уҙҙы.
Унда иң төп мәсьәләләрҙең береһе – “Кроношпан” ағас эшкәртеү заводына ағас биреү мәсьәләһе хәл ителде. Тәү сиратта, урындағы урман хужалығы вәкиле Андрей Зайцев “Кроношпан” ойошмаһы тарафынан ҡуртымға алыу өсөн тәҡдим иткән кварталдарын күрһәте. Артабан халыҡ үҙ фекерен еткерҙе. Атап әйткәндә, йыйылышта ҡатнашыусылар бер тауыш менән ошо ойошмаға райондағы урман фондынан ағас киҫеүгә ризаһыҙлыҡ белдерҙе.
Архангел балы республикала ғына түгел, унан ситтәге төбәктәрҙә лә киң билдәле. Ни өсөн тигәндә, беренсенән, экологик яҡтан таҙа урында урынлашһаҡ, икенсенән, тәбиғәтебеҙҙең иң матур биләмәһендә йүкә ағастарының һәм башҡа сәскәләрҙең күплеге үҙенсәлекле сифат бирә. Киләсәктә лә үҙебеҙгә хас булған бал бренды тороп ҡалыр тигән өмөттәбеҙ.