Инйәр
+23 °С
Ясно
Новости
19 Июля 2022, 06:31

Байрам кәйефен яҡтыртып

Состоялся очередной предпринимательский час в Архангельском районе.

Байрам кәйефен яҡтыртыпБайрам кәйефен яҡтыртып
Байрам кәйефен яҡтыртып

Районда аҙна һайын “Эшҡыуар сәғәте” ойошторола. Унда төрлө йүнәлештәге бизнес-проекттар ҡарала. Айырыуса ауыл хужалығы тармағы, туризм, һатыу нөктәләре асыу кеүек тәҡдимдәр йыш яңғырай. Шулай ҙа һуңғы ваҡытта үҙенсәлекле мөрәжәғәттәр була.

Ульяна Сапронова 8 кластан уҡ флористика менән шөғөлләнергә хыяллана. Ошо йүнәлештә белемен камиллаштырып, Өфөлә тәжрибә йыйғас, тыуған яҡтарына ҡайтып сәскә магазинын аса. Ульяна Владиславовна әсәһе Ирина Куркова менән берлектә үҙҙәренең эшмәкәрлеген киңәйтергә ниәтләй. Улар гелий шарҙарын берәмләп һатыу һәм байрам сараларын биҙәү йүнәлешен әүҙемләштреүҙе күҙаллай. Бының өсөн йүнселдәргә махсус материалдар һәм ҡоролмалар кәрәклеге белдерелде. Һөйләшеү барышында йәш эшҡыуарҙарға грант ярҙамын алыу өсөн документтар әҙерләүҙә булышлыҡ итеү ҡарары сыҡты.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас