

Ошо көндәрҙә район хакимиәте эргәһендәге майҙанда Йәштәр көнө билдәләнде. Көндөҙ балалар өсөн атракциондар, төрлө уйындар, конкурстар, ғаилә ялы ойошторолдо, шулай уҡ әсәләр кескәйҙәр менән берлектә “Бәләкәй йүгеректәр”, “Коляскалар парады”нда ҡатнашты. Бер рәттән байрам уңайынан йәштәр футбол, стритбол, шахмат, өҫтәл теннисы, “ШахТен” буйынса ярышта үҙ-ара көс һынашты, “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” нормативтарны башҡарҙы.
Кискә табан йәштәр Еңеү паркында “Гайд-парк”-әңгәмәлә ҡатнашты. Унда район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин, райондың йәштәр эше, физкультура һәм спорт комитеты рәйесе Алевтина Тиунова, БР Экология һәм Тәбиғәт менән файҙаланыу буйынса йәш министр Рөстәм Сәйфетдинов һәм райондың алдынғы йәштәре йыйылды. Улар Архангелдә физкультура һәм спорт комплексын төҙөү, ауыл ерендә йәштәргә махсус программалар булдырыу, ауыл клубтарын тергеҙеү, спорт майҙансыҡтарын арттырыу һәм башҡа мөһим һорауҙар буйынса аралашты.
Байрамдың төп өлөшө киске сәғәт 10-да башланды. Айрат Закир улы йәштәрҙе тәбрикләп, түбәндәгеләрҙе еткерҙе:
– Йәштәр көнө – йәшлек, матурлыҡ, дәрт һәм өмөт байрамы! Сөнки тыуған илебеҙҙең киләсәге, уның сәскә атыуы һәм именлеге һеҙгә бәйле. Киләсәгегеҙҙең бәхетле һәм яҡты, ҡыҙыҡлы ниәттәр һәм файҙалы эштәр менән тулы булыуын теләйем,- тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе Айрат Закир улы.
Артабан ҡотлау һүҙҙәрен райондың йәштәр эше, физкультура һәм спорт комитеты рәйесе Алевтина Тиунова еткерҙе. Алевтина Владимировна сарала ҡатнашыусыларҙы ҡотлап йәштәргә алдарына ҡуйған маҡсаттарын, яңы идеяларын уңышлы тормошҡа ашырыуҙарын теләне.
Байрамда алдынғыларҙы тәбрикләү беҙҙә йолаға әүерелгән. Һөнәри бурыстарын намыҫлы башҡарған, эштә уңыштар ҡаҙанған, спортта, мәҙәниәттә һәм, ғөмүмән, йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнаған йәштәр Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары, шулай уҡ “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” нормативтарын уңышлы тапшырыусылар “алтын” билдәләр менән бүләкләнде. Майҙанды йыр-бейеүҙәр менән райондың йәш артистары, шулай уҡ баш ҡала ҡунаҡтары “Wanderers” төркөмө биҙәне. Артабан йәштәр салют күҙәтеп, төнгө дискотекала күңел асты.