Инйәр
+17 °С
Ясно
Новости
27 Июня 2022, 03:49

Мәрхәмәтле һөнәр эйәләре

Виктор Грачевҡа “Архангел районының Почетлы гражданины” исеме бирелде.

Мәрхәмәтле һөнәр эйәләреМәрхәмәтле һөнәр эйәләре
Мәрхәмәтле һөнәр эйәләре

Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан район мәҙәниәт йортонда тантаналы сара үтте.

Үҙ яҙмышын кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡ, хәстәрлек  талап иткән мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе менән бәйләгәндәргә арналды был байрам.  Гиппократ антына тоғро ҡалып, халыҡҡа иң ауыр минуттарҙа ярҙамға килгән, донъялағы иң мөһим байлыҡ – кеше һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалғандарҙы тәбрикләнеләр тантанала.

Район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин  медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе:

- Һеҙ тормошоғоҙҙо үтә яуаплы, ҡатмарлы, әммә иң миһырбанлы һәм кәрәкле һөнәр менән бәйләгәнһегеҙ. Кешеләрҙе ауыр сирҙәрҙән ҡотҡараһығыҙ, тәүге һәм кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтәһегеҙ. Донъялағы иң мөһим байлыҡ – кеше һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалаһығыҙ.Һеҙҙең юғары профессионаллегегеҙ, һайлаған һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ, батырлығығыҙ һәм шәфҡәтегеҙ, иң ҡатмарлы шарттарҙа ла ҡарар ҡабул итә белеүегеҙ һәм оҫта эш итеүегеҙ, йоҡоһоҙ төндәрегеҙ, ҡотҡарған ғүмерҙәр, алтын ҡулдарығыҙ һәм изге йөрәгегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе ҡабул итегеҙ.

Кисәлә үҙәк район дауаханаһының баш табибы Камил Яппаров та ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһап, үҙенең коллегаларына һәм хеҙмәт ветерандарына изге теләктәрен еткерҙе.

Байрам тантанаһын дауам итеп бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәренә намыҫлы хеҙмәттәре өсөн төрлө дәрәжәләге Башҡортостан Республикаһы, район Советы, район хакимитәене һәм үҙәк район дауаханаһының Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡтабип-кардиолог Айгөл Игзаковаға – “БР Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе, хеҙмәт ветераны Виктор Грачевҡа “Архангел районының Почетлы гражданины” исеме бирелде.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас