

Ошо көндәрҙә Валентиновка ауылында Советтар Союзы Геройы И.И.Пстыго иҫтәлегенә волейбол турниры ойошторолдо. Спорт сараһында ҡатнашыусыларҙы райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе А.В.Тиунова, Инйәр ауыл биләмәһе башлығы П.Л.Голубев, И.И.Пстыгоның туғандары В.К.Черичен менән Г.С.Лобанов сәләмләгәндән һуң, ҡыҙыу уйындар башланды.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса урындар түбәндәгесә билдәләнде. Ир-егеттәр араһында Арх-Латыш – “алтын”, Абҙан – “көмөш”, Инйәр йыйылма командаһы “бронза” миҙал яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан майҙан хужалары – беренсе, архангелдәр – икенсе, 1-се Архангел мәктәбе ҡыҙҙары өсөнсө урынға лайыҡ булды. Бер рәттән Наталья Гайтанова менән Евгений Ефремов – “Иң яҡшы уйынсы”, Елена Киселева менән Эдуард Ғәлиев – “Иң яҡшы бәйләүсе”, Екатерина Защихина менән Александр Горбунов – “Иң яҡшы блок ҡуйыусы”, Наталья Чирко менән Шодиерхон Азимжонов – “Иң яҡшы туп биреүсе” һәм Алена Фадеева менән Михаил Матюшин “Иң яҡшы һаҡсы” номинацияларында билдәләнде.