Инйәр
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Май , 15:23

Яңы һулыш

Жителей и гостей с.Архангельское скоро ожидает новый стадион

Яңы һулыш
Яңы һулыш

Күптән түгел Архангел ауылының үрге быуа эргәһендәге иҫке стадионда төҙөкләндереү эштәре башланды. Быға тиклем ташландыҡ хәлгә ҡалған тиерлек спорт майҙансығы яңы һулыш аласаҡ.

Проектҡа ярашлы стадион өс этапта төҙөләсәк. Унда 30 миллион һумдан ашыу аҡса ҡулланыласаҡ. Быйыл иһә Совет урамынан спорт объектына төшөү урыны (баҫҡыс) сафҡа индереләсәк. Райондың мәғлүмәт-консультация үҙәгенең махсус техникаһы ярҙамында иҫке стадиондың урыны тигеҙләнәсәк. Әлеге мәлдә ҡырсынташ һалына.

 Киләсәктә майҙансыҡта газон түшәлесәк, заманса ҡойма ҡуйыласаҡ. Бер рәттән төҙөләсәк тротуарҙарҙы һәм мачты яҡтыртыу өсөн ер аҫтынан электр селтәре һуҙыласаҡ.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас в