“Яҙ һәм Хеҙмәт” байрамы уңайынан “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубында шахмат турниры уҙҙы.
Бәйгелә Зөфәр Ҡанбәҡов исемендәге шахмат клубында шөғөлләнеүсе балалар үҙ-ара уйындар үткәрҙе. Швейцар системаһы буйынса ете тур ойошторолдо. Призлы урындар 10, 14, 18 йәшкә тиклеге үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар араһында билдәләнде. Шулай уҡ абсолют еңеүселәр асыҡланды. Атап әйткәндә, Юнысов Ғәйсәр – “алтын”, Әбсәләмов Айҙар – “көмөш” һәм Сафина Камила “бронза” миҙал яуланы.