Инйәр
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Апрель , 09:08

Еңеү паркында – яңы стела

Сара иҫтәлекле урында сәскәләр гөлләмәһе һалыу менән тамамланды.

Еңеү паркында – яңы стела
Еңеү паркында – яңы стела

Район үҙәгенең Еңеү паркында Чернобыль атом энергияһы станцияһында ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә арналған тантаналы сара уҙҙы. Сарала район хакимиәте белгестәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ойошма һәм предприятие хеҙмәткәрҙәре, Ауырғазы күп профилле колледжының студенттары һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Барыһын да район Советы секретары Фәиз Йортомбаев, райондың имам-мөхтәсибе Фәнзил Хисаметдинов, Михаил-Архангел храмының священнигы Евгений Коробов, “Чернобыль” республика йәмәғәт ойошмаһының рәйесе Ришат Ғәйнуллин, райондың ветерандар советы рәйесе Мөнирә Лоҡманова, райондың чернобыльселәр советы рәйесе Нурулла Мөлөкөв ошо фажиғәле йылдар, тырыш хеҙмәткәрҙәр, башҡарылған эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.

Һуңынан Чернобыль атом энергияһы станцияһындағы эҙемтәләрҙе бөтөрөүҙә ҡатнашҡан райондаштарыбыҙ хөрмәтенә стела асылды. Сара иҫтәлекле урында сәскәләр гөлләмәһе һалыу менән тамамланды.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас в