

Күптән түгел “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә райондың “Юнармия”сылары араһында хәрби-патриотик уйындар ойошторолдо. Унда мәғариф учреждениеларынан барыһы ете йыйылма команда ҡатнашты.Сарала ҡатнашыусыларҙы мәғариф бүлеге начальнигы Л.Т.Сәйғафарова, райондың йәштәр эше, спорт һәм физкультура буйынса комитет рәйесе А.В.Тиунова, район Советы депутаты Р.Р.Фәйзуллин сәләмләне.
“Йәш һалдаттар” физик әҙерлек, теоретик белемдәр, йыр һәм хәрби йөрөш һәм башҡа конкурстарҙа үҙ-ара көс һынашты. Дөйөм мәрәйҙәр буйынса 1-се Архангел мәктәбе – беренсе, Тирәкле – икенсе һәм 2-се Архангел мәктәбе өсөнсө урынға сыҡты.