

Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин етәкселегендә умартасылар кәңәшмәһе уҙҙы. Фекер алышыуҙа БР Россельхознадзор идаралығы етәксеһенең урынбаҫары Р.Ф.Ҡотләмәтов, “БашИнком НВП” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ғилми хеҙмәткәре И.Ж.Хисамов, “Архангел урмансылығы”ның етәксеһе А.Л.Зайцев, район ветеринария станцияһы начальнигы В.С.Хажиәхмәтов, “Үҙәк” МТС-тың “Нива” бүлексәһе идарасыһы У.К.Яҡшыбаев, мәғлүмәт-косультация үҙәгенең агроном-консультанты Ф.К.Ғәлиев, “Архангел балы” ассоциацияһы рәйесе А.П.Трапезников һәм районда умартасылыҡ менән шөғөлләнеүсе граждандар ҡатнашты.