

XXIV спартакиада ярыштары сиктәрендә “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә өҫтәл теннисы буйынса турнир уҙҙы. Бәйгелә район мәктәптәренән үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар йыйылма командалары үҙ-ара көс һынашты.
Ярышта үҫмерҙәр араһында 2-се Архангел мәктәбе спортсыларына тиңдәр табылманы, улар – беренсе, 1-се Архангел – икенсе, абҙандар өсөнсө урынды яуланы. Ҡыҙҙарҙан баҡалдылар – I, 2-се Архангел – II, 1-се Архангел III урынды биләне.