Инйәр
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель , 10:49

Шахмат дуҫтарын йыйҙы

Ошо көндәрҙә Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы уңынан Архангел, Ғафури һәм Ҡырмыҫҡалы райондары араһында шахмат турниры уҙҙы

Шахмат дуҫтарын йыйҙы
Шахмат дуҫтарын йыйҙы

Ошо көндәрҙә Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы уңынан Архангел, Ғафури һәм Ҡырмыҫҡалы райондары араһында шахмат турниры уҙҙы. Бәйгелә бишәр уйынсынан торған “Архангел”, “Архангел районы”, “Архангел ауыл билмәһе”, “Ветерандар”, “Үҫмерҙәр”, “Ҡыҙҙар”, “Ғафури” һәм “Ҡырмыҫҡалы” йыйылма командалары үҙ-ара көс һынашты.

Спорт сараһында ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин, район Советы депутаты Р.И.Харисовтың ярҙамсыһы Эльмира Мөхәмәтйәнова сәләмләгәндән һуң, баш судья Альберт Рәхимов ярыш ҡағиҙәләре менән таныштырғас, ҡыҙыу уйындар башланды.

Йыйылма командалар үҙ-ара уйындар үткәргәндән һуң, шәхси беренселектә еңеүселәр асыҡланды. Үҙ таҡталарында Ғәйсәр Юнысов – “көмөш”, Азамат һәм Альберт Рәхимовтар, Азат һәм Юлай Мәзитовтар “бронза” миҙалға лайыҡ булды. Мәрәйҙәр буйынса йыйылма командалар араһында ғафуриҙар – беренсе, ҡырмыҫҡалылар – икенсе, “Архангел районы” йыйылма командаһы өсөнсө урынға күтәрелде. Блиц-турнирҙа бөтә шахматсылар ҙа үҙҙәрен һынай ялды. Илгиз Мөхәмәтдинов (“Ҡауарҙы”) ете турҙа ла яҡшы уйын күрһәтеп, чемпион исемен яуланы, икенселә – Ирик Ҡульшәрипов (Ҡырмыҫҡалы), өсөнсөлә – Радик Исхаҡов (Архангел).

Еңеүселәргә район хакимиәтенең кубоктары, Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдары һәм Рафаэль Харисов тарафынан ҡиммәтле бүләктәр (бер рәттән уның финанс ярҙамында бөтә уйынсылар ҙа аш-һыу менән тәьмин ителде) тапшырылды. Бәйгелә ҡатнашыусылар турнирҙы яҡшы баһалап, ойоштороусыларға, бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән Р.И.Харисов менән шәхси эшҡыуар Радик Исхаҡовҡа ҙур рәхмәттәрен белдерҙе.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас в