

Районда Сәләмәтлек көнө уңайынан “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубында шахмат буйынса турнир уҙҙы. Бәйге 10, 14 һәм 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар араһында ойошторолдо.
Швейцар системаһы буйынса ойошторолған ярышта үҙ йәштәштәре араһында Сысоева Диана, Мәзитова Разалия, Рәхимова Камила, Морозов Петр, Юнысов Ғәйсәр, Әбсәләмов Айҙар – “алтын”, Сафина Самира, Сафина Камила, Шәрәфетдинова Зарина, Исхаҡов Артур, Мочалов Глеб – “көмөш”, Мосолова Софья, Воробьева Анастасия, Фәйзуллин Айгүзәл, Ғафаров Алмаз, Хәтмуллин Данис “бронза” миҙалға лайыҡ булды.