Инйәр
+9 °С
Ясно
Новости
27 Апреля 2022, 05:40

Мәғариф бүлеге – еңеүсе!

Ошо көндәрҙә Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә мини-футбол буйынса район беренселегенең турниры тамамланды.

Мәғариф бүлеге – еңеүсе!Мәғариф бүлеге – еңеүсе!
Мәғариф бүлеге – еңеүсе!

Ошо көндәрҙә Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә мини-футбол буйынса район беренселегенең турниры тамамланды. Бәйге ойошма һәм предприятиелар араһында  уҙҙы. Унда район хакимиәте, “Альтаир” хоккей клубы, “Йылылыҡ селтәре”, “Строй-Комфорт”, “Луч надежды”, мәғариф, полиция бүлеге йыйылма командалары үҙ-ара көс һынашты.

Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса иң күп мәрәйҙе мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре йыйып, алдынғылыҡты ҡулынан ысҡындырманы. “Луч надежды” – икенсе, район хакимиәте футболсылары өсөнсө баҫҡысты биләне. Турнир һуңында Эдуард Баймухаметов – “Иң яҡшы уйынсы”, Владимир Пискунов – “Иң яҡшы бомбардир”, Хвича Хведелидзе – “Иң яҡшы ҡапҡасы”, Фидүс Ғилманов – “Иң яҡшы һаҡсы”, Дильшод Ғилванов “Иң яҡшы һөжүмсе” номинацияларында билдәләнде.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас