

Белорет ҡалаһында 40 йәштән олораҡ волейболсылар араһында республика турнирында районыбыҙҙың йыйылма командаһы ла ситтә ҡалманы. Бәйгелә барыһы Башҡортостандың иң көслө һигеҙ командаһы сығыш яһаны.
Ярышта архангелдәр майҙан хужалары менән ҡырмыҫҡалыларҙан ғына ҡалышып, “бронза” миҙалға лайыҡ булды. Бер рәттән, яҡташыбыҙ Дияз Кинйәғолов “Иң яҡшы уйынсы” номинацияһында билдәләнде.