Инйәр
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель , 11:01

Бәйгелә дуҫлыҡ етпәре арта

Урындағы үҙидаралыҡ көнө уңайынан “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә муниципаль хеҙмәткәрҙәр араһында спорт фестивале үтте.

Бәйгелә дуҫлыҡ етпәре арта
Бәйгелә дуҫлыҡ етпәре арта

Урындағы үҙидаралыҡ көнө уңайынан “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә муниципаль хеҙмәткәрҙәр араһында спорт фестивале үтте. Спорт сараһы сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауға, физик культура һәм спорт менән әүҙем ҡатнашыу, иң көслө йыйылмакоманданы асыҡлау маҡсатында ойошторолдо.

Бәйгелә туғыҙ ауыл биләмәһе һәм район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре спортсылары үҙ-ара еңеүсенен билдәләне. Әйткәндәй, ауыл хакимиәте башлыҡтары, идара итеүселәр, хәрби иҫәпте алып барыусы, йәштәр эше буйынса белгестәр, депутаттар шахмат, дартс, баскетбол кәрзиненә туп индереү һәм “Күңелле старттар”ҙа үҙҙәрен һынай алды.

Тантаналы сараны район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлсәсәк Сәғитова, райондың йәштәр эше, спорт һәм физкультура буйынса комитет рәйесе Алевтина Тиунова сәләмләгәндән һуң, майҙансыҡтарҙа сәмле ярыш башланды.

Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса шахматта Р.Х.Сафин (район хакимиәте) – беренсе, А.Ә.Ибәтуллин (Арх-Латыш ауыл биләмәһе) – икенсе, С.В.Лапсин (Орловка) өсөнсө урынды яуланы. Дартста Г.А.Сәйфетдинова (Оҙондар) иң күп мәрәйҙе йыйып, алдынғылыҡты ҡулынан ысҡындырманы. Г.Ф.Ғүмәрова (Абҙан) – 2-се, А.С.Усманова (район хакимиәте) 3-сө урынға сыҡты. Баскетбол кәрзиненә туп индереүҙә ир-егеттәрҙән А.М.Хәсәнов (Абҙан) – “алтын”, У.С.Шәһиев (Баҡалды) – “көмөш”, Р.М.Абдуллин(район хакимиәте) менән А.И.Сарычев (Ырныҡшы) “бронза” миҙал яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан С.Н.Моратов (Баҡалды) тәүге урынды биләһә, Л.А.Гибет (Арх-Латыш) – икенсе, А.В.Перова (Арх-Латыш) менән М.М.Мельникова (Липовка) өсөнсө урынға сыҡты.

Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса абҙандар йыйылма командаһы еңеүсе исеменә лайыҡ булһа, оҙондарҙар, менән баҡалдылар икенсе һәм өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелде.

Еңеүселәрҙе һәм ҡатнашыусыларҙы район Советы секретары Фәиз Йортомбаев тәбрикләп, район хакимиәтенең кубоктары, миҙалдары һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас в