

Ошо көндәрҙә тирә-яҡты йәмләндереү, сүп-сарҙан таҙартыу, биләмәләрҙә санитар-эпидемиология торошон яҡшыртыу маҡсатында “Таҙалыҡ көндәре” ойошторолдо.
Сара барышында район үҙәгендәге, шулай уҡ ауыл биләмәләрендәге ойошма һәм предприятие хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә беркетелгән территорияларҙа төҙөкләндереү эштәрен башҡарҙы. Шулай уҡ биналар эргәһендәге ҡар таҙартылды, ҡыш мәлендә йыйылған сүп-сар йыйылды. Дөйөм әйткәндә, өмәләр ойоштролған урындарға яҙ һулышы инде.