Инйәр
0 °С
Облачно
Новости
4 Апреля 2022, 03:09

Батырҙарыбыҙ – еңеүсе!

XXIV спартакиада ярыштары сиктәрендә “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә грек-рим көрәше буйынса төбәк-ара этабы уҙҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Батырҙарыбыҙ – еңеүсе!Батырҙарыбыҙ – еңеүсе!
Батырҙарыбыҙ – еңеүсе!

XXIV спартакиада ярыштары сиктәрендә “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә грек-рим көрәше буйынса төбәк-ара этабы уҙҙы. Бәгелә Архангел, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондарынан 2006-2008 йылғы үҫмерҙәр үҙ-ара көс һынашты. Улар 13 төр ауырлыҡ категорияһына бүленеп келәмгә сыҡты. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса архангелдәр – беренсе, ҡырмыҫҡалылар – икенсе, өфөлөләр өсөнсө урынды яуланы.

Тренерҙар Илдар Әхмәтйәнов менән Нур Бәширов етәкселегендә сығыш яһаған йыйылма командабыҙ, тиҙҙән республика спартакиада ярыштарының финалында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас