

Рәсәй Спорт министрлығының планға ярашлы физик культура һәм спорт сараларын ойоштороу планына ярашлы, Ульяновск ҡалаһында Волга буйы федераль төбәге араһында ирекле көрәш буйынса турнир уҙҙы.
Бәйгелә 16 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар үҙ-ара көс һынашты. Унда 14 йыйылма команданан 350 спортсы келәмгә сыҡты. Башҡортостан йыйылма командаһы ла был ярыштан ситтә ҡалманы. Ә иң ҡыуаныслыһы иһә, “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә шөғөлләнеүсе Дарья Барсукова (тренеры Илдар Әхмәтйәнов) менән Милана Перова (Нур Бәширов) республика данын яҡланы.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса үҙ ауырлыҡ категорияларында Дарья Барсукова – “бронза” миҙал яулаһа, Милана Перова дүртенсе баҫҡысҡа күтәрелде.