Инйәр
+20 °С
Ясно
Новости
17 Марта 2022, 10:08

Өлгөлө һалдат

Күптән түгел Муллаҡай ауылында йәшәүсе Рәүфә менән Йәғәфәр Рәхимовтар Чита ҡалаһы янында хеҙмәт итеүсе улдары Александр Соколовтың  хәрби часть командованиеһынан Рәхмәт хаты алып, оло ҡыуаныс кисерҙе.

Өлгөлө һалдатӨлгөлө һалдат
Өлгөлө һалдат

Күптән түгел Муллаҡай ауылында йәшәүсе Рәүфә менән Йәғәфәр Рәхимовтар Чита ҡалаһы янында хеҙмәт итеүсе улдары Александр Соколовтың  хәрби часть командованиеһынан Рәхмәт хаты алып, оло ҡыуаныс кисерҙе.

Хәрби часть командиры, гвардия полковнигы А.Водолазов ебәргән хатта түбәндәге юлдар бар: "Хөрмәтле Рәүфә Хөрмәт ҡыҙы һәм Йәғәфәр Миниәхмәт улы 21250-се – “А” хәрби частың командованиеһы Һеҙгә Александрҙың намыҫлы ил һаҡсыһы итеп тәрбиәләп үҫтергәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерә.

Хеҙмәт итеү осоронда ул үҙен хәрби эшкә әҙерлекле, грамоталы һалдат итеп танытты, хәрби бурысты үтәүҙә хеҙмәттәштәренә өлгө булып тора. Ул хәрби техника һәм ҡорал менән оҫта эш итә. Сәпкә атыу һәм хәрби техниканы йөрөтөү нормативтарын “бишле” билдәләренә үтәй, шулай уҡ ротала хәрби әҙерлекте ойоштороу эшмәкәрлегендә юғары күрһәткестәргә эйә. Нәҡ уның кеүек һалдаттар булғанда Рәсәй мәнфәғәтен яҡларға, илебеҙ именлеге һағында ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә әҙербеҙ. Артабан да Александрҙың тыуған иленә файҙа килтерер, ата-әсәһенә хәстәрлек һәм иғтибар күрһәтер тигән ышаныста ҡалабыҙ.”

Автор:Рахимов А.
Читайте нас