Инйәр
+11 °С
Облачно
Новости
17 Марта 2022, 04:05

Кемдәр еңер?

Ошо көндәрҙә райондың ауыл советтары араһында ойошторолған спартакиада старт алды.

Кемдәр еңер?Кемдәр еңер?
Кемдәр еңер?

Ошо көндәрҙә райондың ауыл советтары араһында ойошторолған спартакиада старт алды. Ярышта барыһы 12 йыйылма команда үҙ-ара волейбол, шахмат, гер күтәреү, өҫтәл теннисы, баскетбол тубын кәрзингә индереү һәм арҡан тартыу буйынса көс һынашасаҡ.

Уйындар “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге, “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубында уҙасаҡ. Тантаналы йыйылышта район Советы секретары Фәйез Йортомбаев, райондың йәштәр эше, спорт һәм физкультура буйынса комитет рәйесе Алевтина Тиунова ҡатнашыусы йыйылма командаларҙы сәләмләне.

–  Районда спортҡа, физкультура менән шөғөлләнеүгә, сәләмәт тормош рәүеше алып барыуға ҙур иғтибар бүленә. Спорт менән мауыҡҡан кешеләр физик яҡтан да, рухи яҡтан да көслөрәк. Йыл дауамында төрлө бәйгеләр ойошторола. Ә бөгөн ауыл советтары араһында старт алған спартакиада бер нисә йыл рәттән үтә. Ярыш булғас еңеүсе лә асыҡланырға тейеш. Шуға ла иң көслө, зирәк, сыҙамлы командаларҙың еңеүен теләйем, - тине улар.

Алевтина Тиунова,

райондың йәштәр эше, спорт һәм физкультура буйынса комитет рәйесе.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас