Инйәр
+19 °С
Облачно
Новости
17 Марта 2022, 04:08

Дуҫтарса осрашыу

Архангелдең “Юбилейный” стадионында Александр Мясоедов иҫтәлегенә арналған хоккей ярышы уҙҙы.

Дуҫтарса осрашыуДуҫтарса осрашыу
Дуҫтарса осрашыу

Архангелдең “Юбилейный” стадионында Александр Мясоедов иҫтәлегенә арналған хоккей ярышы уҙҙы. Хоккей ҡабында районыбыҙҙың “Альтаир” йыйылма командаһы спортсылары “Аҡтар” һәм “Ҡаралар”ға бүленеп үҙ-ара көс һынашты.

Турнирҙы асыуҙа райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе А.В.Тиунова, Александр Мясоедовтың ҡыҙы Татьяна Каширская сәләмләгәндән һуң, хоккейсылар араһында уйындар башланды. Матч дуҫтарса осрашыу булыуға ҡарамаҫтан, еңеү өсөн һәр команда бар тырышлығын һалды. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса “Ҡаралар”  “Аҡтарҙан” өҫтөнлөк алды. Турнирҙың “Иң яҡшы уйынсыһы” исеменә Антон Семенчук лайыҡ булды.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас