

Ошо көндәрҙә “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубында шөғөлләнеүсе балалар өсөн “Ҡанун менән дуҫ” тип исемләнгән интеллектуаль уйын үтте.
Сарала ойоштороусы-педагогтар уҡыусылар араһында мәктәп тормошонда осраған хоҡуҡи бәйләнештәргә анализ яһаны, бер рәттән уларҙың ҡануниәтте белеү кимәле лә тикшерелде. Балалар менән осрашыуға полиция бүлегенең балиғ булмағандар эше буйынса өлкән инспекторы Ольга Зверс саҡырылды. Ул үҫмерҙәр менән ҡануниәт йүнәлеше буйынса фәһемле һәм файҙалы әңгәмә ойошторҙо.
Татьяна Пискунова,
“Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубы директоры.