

Үткән аҙнала үҙәк район дауаханаһына 12 - 17 йәшлектәр өсөн 30 берәмек “Спутник М” вакцинаһы килгән. Ошо көндәрҙә Архангелдә үҫмерҙәргә вакцина эшләй башланылар. 31 ғинуарға ҡарата 10 балаға вакцина эшләнде.
Үҫмерҙәрҙе вакцинациялау коллектив иммунитет булдырыу өсөн кәрәк. Был мөһим, сөнки улар ил халҡының ҙур өлөшөн тәшкил итә.
Тикшереүҙәр шуны күрһәтте – “Спутник М” вакцинаһының кире реакциялары бик аҙ. Ул прививкаларҙың милли календарына ингән. 12 - 17 йәшлек балаларға вакцинаны ата-әсәһенең рөхсәте менән яһаясаҡтар, 15 йәштән үткәндәр үҙҙәре лә ризалыҡ бирә ала.
Прививка яһатҡандан һуң балаға был турала белешмә биреләсәк.
Вакцинаны эшләтергә ярамай:
- 12 йәшкә тиклемге балаларға;
- хроник һәм киҫкен сирҙәр көсәйгәндә;
- вакцина компоненттарына аллергия булғанда.