Инйәр
+18 °С
Ясно
Новости
31 Января 2022, 05:06

“Административ күҙәтеү” ҡаралған

2022 йылдың 31 ғинуарынан 4 февраленә тиклем Башҡортостан Республикаһы территорияһында “Административ күҙәтеү” оператив-профилактик сараһы үткәрелә.

“Административ күҙәтеү” ҡаралған“Административ күҙәтеү” ҡаралған
“Административ күҙәтеү” ҡаралған

2022 йылдың 31 ғинуарынан 4 февраленә тиклем Башҡортостан Республикаһы территорияһында “Административ күҙәтеү” оператив-профилактик сараһы үткәрелә. Ул Федераль закон тәьҫире аҫтына формаль рәүештә эләккән элек хөкөм ителеүселәрҙе асыҡлау һәм уларҙы административ күҙәтеүгә (билдәләнгән осраҡта) ҡуйыу, был эшмәкәрлектә ҡатнашыусыларҙың үҙ-ара тығыҙ бәйләнешен ойоштороу, хөкөм ителгәндәр һәм административ күҙәтеү, шулай уҡ формаль күҙәтеү аҫтына алынғандарҙы енәйәт юлына баҫтырмау һәм хоҡуҡ боҙмауын иҫкәртеү маҡсатында ойошторола.
Бынан тыш, полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан административ күҙәтеүҙәгеләрҙең суд тарафынан билдәләнгән сикләүҙәрҙе үтәүен, Федераль закон нигеҙендә ҡаралған бурыстарҙан тайпылмауын тәьмин итеү буйынса даими тикшереүҙәр уҙғарыласаҡ. Төп иғтибар составында һаҡланыу саралары булған енәйәт эштәре, шул иҫәптән РФ УК-ның 314.1-се, РФ КоАП-ның 19.24-се статьяларына ҡараған алминистратив хоҡуҡ боҙоуҙарға йүнәлтеләсәк.
Йәмәғәтселеккә хәүеф тыуҙырыусылар, енси ирекһеҙләү һәм бәлиғ булмағандарҙың енси иркенә бәйле ауыр енәйәттәр ҡылыусылар, ҡурҡыныс енәйәттәрҙә ғәйепләнеүселәр, террористик һәм экстремистик йүнәлештәрҙәге хөкөм ителеүе булған йәки хөкөм ҡарары алынмағандар ҙа күҙ уңына буласаҡ.
Террористик һәм экстремистик йүнәлештәрҙәге енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеп, иркенән мәхрүм итеү урындарынан азат ителгәндәргә ҡарата административ күҙәтеүҙе көсәйтеүҙе ниәтләгән өҫтәмә саралар ойоштороласаҡ.
Айгөл Сәйғафарова,
район эске эштәр бүлегенең өлкән инспекторы.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас