Инйәр
+19 °С
Облачно
Новости
19 Января 2022, 10:00

“Боҙ – беҙҙең өмөт”

Унда мәктәп уҡыусылары конькиҙа шыуыу һәм “Күңелле старттар” эстафетаһында көс һынашты.

“Боҙ – беҙҙең өмөт”“Боҙ – беҙҙең өмөт”
“Боҙ – беҙҙең өмөт”

Ошо көндәрҙә районда һаулыҡ һәм спорт декадаһы сиктәрендә “Юбилей” стадионында “Боҙ – беҙҙең өмөт” тип исемләнгән сара уҙҙы. Унда мәктәп уҡыусылары конькиҙа шыуыу һәм “Күңелле старттар” эстафетаһында көс һынашты.
Сарала ҡатнашыусыларҙы райондың йәштәр эше, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе А.В.Тиунова сәләмләгәс, балалар ике командаға (“Боҙ” һәм “Арыҫлан”) бүленеп старт һыҙығына баҫты. Улар “хоккейсылар”, “Йылан”, “Шайбаны алып барыу”, “Сәпкә тейгеҙеү”, “Арҡан тартышыу”, “Тюбингта уҙышыу” кеүек конкурстарҙа еңеүселәрҙе асыҡланы. Шулай уҡ, йәш хоккейсылар Хөсәйенов Радмир, Шальков Павел, Баранов Матвей кескәйҙәргә хоккей буйынса оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтте.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса конькиҙа шыуыу буйынса ҡыҙҙар араһында Кошелева Полина – беренсе, Мосолова Софья – икенсе һәм Хәсәнова Асель менән Горбунова Дарина өсөнсө урынды алды. Малайҙар араһында Мельников Кирилл – “алтын”, Антипин Егор – “көмөш” һәм Ғәбдуллин Әмир “бронза” миҙалға лайыҡ булды.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас