Инйәр
+17 °С
Облачно
Новости
19 Января 2022, 09:56

Һаулыҡ һәм дуҫлыҡ спартакиадаһы

Определились победители спартакиады среди работников образования в Архангельском районе 

Һаулыҡ һәм дуҫлыҡ спартакиадаһыҺаулыҡ һәм дуҫлыҡ спартакиадаһы
Һаулыҡ һәм дуҫлыҡ спартакиадаһы

Ошо көндәрҙә Архангелдә мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында “Һаулыҡ” спартакиадаһы үтте. Ҡышҡы каникул мәлендә уҙғарылған был ярышта уҡытыусылар, шулай уҡ ошо өлкәлә хеҙмәт итеүсе хеҙмәткәрҙәр волейбол, шахмат, өҫтәл теннисы буйынса көс һынашты.
Бәйгелә мәғариф учреждениеларынан 100-ҙән артыҡ спортсы булды. Сараның төп маҡсаты – педагогтар араһында спортҡа ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү, уларҙы физик күнегеүҙәр менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау. Рәсми рәүештә спорт сараһын асыуҙа район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Г.Н.Сәғитова урынбаҫары, мәғариф бүлеге начальнигы Л.Т.Сәйғафарова, профсоюздар ойошмаһы етәксеһе Л.Х.Садиҡова, ярыштың төп судьяһы А.В.Ащеулов ҡатнашты. Улар бәйгеселәрҙе сәләмләп, ярышта иң яҡшы, әүҙем, интеллектуаль яҡтан көслө спортсыны һәм йыйылма командаларҙың еңеүен теләне, уйын ҡағиҙәләре менән таныштырҙы.
Ярыш өс майҙансыҡта үтте. “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгендә, 1-се һәм 2-се Архангел мәктәптәрендә. Унда волейбол, шахмат һәм өҫтәл теннисы (ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар) ойошторолдо. Волейболсылар араһында Максим Горький командаһы һәр уйында уңышлы сығыш яһап – беренсе, 1-се Архангел – икенсе, 2-се Архангел мәктәбе өсөнсө урынға сыҡты.
Шахмат буйынса ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар үҙ-ара уйындар үткәрҙе. Швейцар системаһы буйынса ойошторолған бәйгелә ир-егеттәр (I,II таҡтала) һәм гүзәл заттар “алтын” миҙалды яулау өсөн сәмләнеп уйнаны. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса шәхси беренселекте I таҡтала Азат Мәзитов (Баҡалды) яулаһа, икенселә – Александр Кочнев (Благовещенка), өсөнсөлә – Хәлимйән Кинйәғолов (Абҙан). II таҡтала Сергей Голубев (Максим Горький) – “алтын”, Илмир Кинйәғолов (Абҙан) – “көмөш” һәм Ғәббәс Дәүләтбаев (Баҡалды) “бронза” миҙалға лайыҡ булды. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Фәриҙә Гойдаға тиңдәр табылманы, икенселә – Миләүшә Хәсәнова (Абҙан), өсөнсөгә Валентина Кузьмич (Валентиновка) дәғүә итте. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса шахмат командалары араһында благовещенкалар – беренсе, максим горькийҙар – икенсе, баҡалдылар командаһы өсөнсө урынды биләне.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас