Инйәр
+9 °С
Ясно
Новости
27 Мая 2021, 11:40
НИНДӘЙ КЕҮӘҪ ЭСӘҺЕГЕҘ?
Йәйге селләлә һыуһынды ҡандырыр өсөн һалҡын кеүәҫтән дә шәберәк эсемлек юҡтыр!
Өҫтәүенә, составындағы микроэлементтар сәләмәтлек өсөн файҙалы. Хәҙер уны магазин кәштәләрендә пластик һауыттарҙа тултырылғанын да табыуы ҡыйын түгел. Ләкин уларҙың барыһы ла шартына килтереп яһалған кеүәҫ түгел.
Был эсемлектең сифатлыһын нисек белергә? Ул - әсетелгән продукт, икмәк йәки махсус кеүәҫ сүпрәһе менән әсегән һөт бактериялары ҡушылмаһы файҙаланыла. Шешәлә һатылғанының тәме икенсе. Күпселек осраҡта ул классик технология буйынса яһалмай. Уны лимон кислотаһы, тәмләткес, кеүәҫ экстрактынан яһайҙар. Өҫтәүенә ул һыуһынды ла баҫмай.
Ысын кеүәҫтең һаҡланыу ваҡыты бик аҙ - ике тәүлек кенә. Пастеризацияланһа, йәки консерванттар ҡушылһа, биш тәүлек һаҡлана. Пластик шешәләгеһен бер ай һаҡларға ярай.
Яҡшы кеүәҫте һыу ҡушылғанынан нисек айырырға? Икмәк менән әсеткәне ҡараңғы төҫтә, бер аҙ тоноҡ була. Иң яҡшыһы - онон һатып алып, өйөңдә үҙең әсетеү.
Фото һәм материал: https://kungak.rbsmi.ru/articles/ekologiya/Nind-y-ke--es-ege-809410/
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"