...иҫерткес эсемлектәр менән мауыҡҡан әсәнең биш айлыҡ сабыйын тартып алғандар
Уның иһә быға иҫе лә китмәгән, хатта ул сабыйынан үҙе баш тартҡан, тип хәбәр итә райондың “На земле Салавата” баҫмаһы.
Әлеге ваҡытта бәпесте Малаяҙ үҙәк район дауаханаһына алып киткәндәр. Уның хәле ауыр булған: әсәһе сабыйҙы йүнләп ашатмаған, йыуындырмаған, ҡарамаған. Әле хәле яҡшырған. Табиптар белдереүенсә, бала бик теремек, хәрәкәтсән һәм шат күңелле.
Райондың Мәсетле ауылында йәшәгән әсәй кешегә килгәндә, ул ҡыҙынан баш тартып ғариза яҙған. Дауахананың баш табибы Надежда Дмитренко хәбәр итеүенсә, баланы әҙерәк дауалағас, опека хеҙмәте вәкилдәре уны Өфөләге Бала йортона ебәрәсәк.