Инйәр
+9 °С
Облачно
Новости
31 Марта 2021, 05:09

БЫЛ КӨН ТАРИХТА

Бөгөн 31 март (буранай), шаршамбы, йылдың 90 – сы көнө.

Йыл аҙағына тиклем 275 көн ҡала. Шәғбан (شعبان) айының 18– се көнө.Бөгөн ҡояш 06 сәғәт 48 минутта ҡалҡа, 19 сәғәт 51 минутта байый. Көн оҙонлоғо –13 сәғәт 02 минут.
Был көн тарихта.
1-се, 2-се, 5-се, 8-се, 9-сы, 12-се, 13-сө, 14-се, 15-се һәм 19-сы башҡорт полктары тантаналы рәүештә Парижға инә (1814)
Эйфель башняһын рәсми асыу көнө. Конструктор Гюстав башня башына Франция флагын элә (1889)
Чикагонан Уиткомб Джадсен атлы кеше кейемгә "молния" уйлап таба (1896)
Беренсе «Mercedes-Benz» автомобиле эшләп сығарыла (1901)
Австралия педиатры Семюэль Клемминг медицинаға "аллергия" төшөнсәһен индерә (1906)
АҠШ беренсе тапҡыр йәйге ваҡытҡа күсә (1918)
Совет хөкүмәте Дрезден картина галереяһының зиннәтле ҡомартҡыларын ГДР-ға ҡайтарырға ҡарар итә (1955)
Л. И. Брежневтың «Иҫтәлектәр», «Кесе ер» китаптары өсөн авторға СССР яҙыусылар Союзының беренсе һанлы ағзалыҡ билеты һәм платина значогы тапшырыла (1980)
Башҡорт АССР-ы Рәсәй составындағы Башҡортостан Республикаһына әйләндерелә (1992)
Тыуған көндәр. Ғалим-тарихсы Саяпов Тимер Шәймөхәмәт улы (1914—17.07.2011), ғалим-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы Әхтәмов Азамат Мөхтәр улы (1962 – 14.08.2020) һ.б.
Байрамдар.
Халыҡ-ара резерв күсермә көнө (Бэкап көнө)
Йолалар һәм традициялар көнө
Беренсе яҙ ҡояшы көнө
Яңы ваҡиғалар, яңы шатлыҡтар вәғәҙәләгән март айының һуңғы көнө менән, дуҫтар!
Фото: А. Мөхәмәтйәнова
Читайте нас