Инйәр
+2 °С
Облачно
Новости
30 Марта 2021, 10:17

"ПУХОВИК"ТЫ НИСЕК ЙЫУЫРҒА?

Йәмҙеләнеп, тапланып кипмәһен өсөн бер нисә кәңәшкә ҡолаҡ һалығыҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Беренсе сиратта, эске яҡтагы ярлыҡҡа, ундағы билдәләргә иғтибар итегеҙ. Йыуырға ярамай йәиһә ҡул менән генә йыуырға тип яҙылған икән, тимәк, уны автомат машинала әйләндерә күрмәгеҙ. Юғиһә, сифаты боҙоласаҡ, кейерлеге ҡалмаясаҡ.

Автомат машинала йыуырға рөхсәт ителгән икән, иң элек "молния"һын һәм төймәләрен ҡаптырығыҙ. Һул яғын әйләндерегеҙ – был мөһим!

"Пуховик"ты машинаға башҡа кейем менән һалырға ярамай. Махсус порошок йәиһә шыйыҡ кер йыуыу сараһы ҡулланырға кәрәк. Ғәҙәти кер порошогы сайҡалып бөтмәй, аҡһыл эҙҙәр ҡалдыра. Пуховикты 30 градуслы һыуҙа йыуығыҙ. Мамығы ойошмаһын өсөн барабанға 3-4 теннис шары һалығыҙ.
Ҡайһы бер машиналарҙа “Деликат йыуыу” тигән режим бар. Ул пуховиктар өсөн иң яҡшыһы һанала. Өҫтәмә сайҡатыуға ҡуйһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ.

Пуховикты элгестә, вертикаль рәүештә, һул яғы менән киптерегез. Мамығы ҡабарһын өсөн әленән-әле ҡаҡҡылап алығыҙ.
фото һәм материал: https://vk.com/away.php?to=https%3A%2F%2Fzen.yandex.ru%2Fmedia%2Fid%2F5ab4d3d055876b152dc7c88d%2Fpuhovikny-nichek-iuarga-5fbbe31f4b9b1b331dc65ddf%3Futm_source%3Dserp
Читайте нас