Инйәр
+9 °С
Облачно
Новости
19 Февраля 2021, 08:54

Студенттарға аҡсалата ярҙам

Был хаҡта Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының демографик һәм ғаилә сәйәсәте департаменты директоры урынбаҫары Елена Семенова хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Юғары уҡыу йорттарының көндөҙгө бүлегендә уҡыған 23 йәшлек тиклемге балалар ғаилә составында ҡарала һәм уларға түләүҙәр булдырыласаҡ”, – тине ул. Семенова әйтеүенсә, әле министрлыҡ уның проектын әҙерләгән.
“Юғары уҡыу йорттарында белем алыусыларҙың күбеһе ата-әсәһе елкәһендә. Шуға күрә был түләү бик урынлы. Уны алыу өсөн документтар йыйырға кәрәкмәйәсәк. Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза ҡалдырыу ҙа етәсәк”, – тине Елена Семенова.
Яңы социаль түләүҙәр пакетын булдырыуға 500 миллиард һумға яҡын аҡса тотоноласаҡ.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас