Инйәр
-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль 2021, 17:29
Йәш пар урманда аҙашҡан
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йәш пар Нуриман районында саңғы менән урманға юллана.
Ҡапыл сыҡҡан көслө буран һөҙөмтәһендә юлды көрт ҡаплай, саңғысылар ҡайтыр юлды таба алмай. Һөҙөмтәлә, улар аҙаша... Бәхеткә күрә, телефондары тота, улар ҡотҡарыусыларға шылтыратып, үҙҙәренең ҡайҙа икәнлеген яҡынса аңлата. Тиҙ арала килеп еткән ҡотҡарыусылар йәш парҙы эҙләп таба, уларҙы ауыл янына, машиналарына тиклем оҙата.
Ҡотҡарыусылар йәнә бер тапҡыр иҫкәртә: ҡышҡы урманға сәйәхәткә сығыр алдынан был хаҡта үҙегеҙҙең яҡындарығыҙға мотлаҡ хәбәр итегеҙ, йылыраҡ кейенегеҙ, мобиль бәйләнешкә сығыр өсөн һәр саҡ телефонығыҙ ҡул аҫтында булһын, уны алдан, мотлаҡ тулы зарядкаға ҡуйып алығыҙ, навигаторға тотоштырығыҙ. Әгәр аҙашһағыҙ, тиҙ арала был хаҡта ҡотҡарыу хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ һәм ҡайҙа булһағыҙ, шул урында ҡалығыҙ. Үҙаллы белмәгән урындан сығыу юлын эҙләмәгеҙ, был киреһенсә хәлде ҡатмарлаштырып ебәреүе ихтимал. Ғөмүмән, урманға сыҡҡанда, үҙегеҙ яҡшы белгән урынды ғына һайлағыҙ.
Фото:ru.depositphotos.com
Материал:
https://sterlibashevskierodniki-b.rbsmi.ru/news/Y-sh-par-urmanda-a-ash-an-667325/
сайтынан
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Март , 15:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Март , 15:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Март , 15:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Март , 15:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"